Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк?21.01.2019
Һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау зарур.

Был мәсьәлә дәүләттең дә иғтибары үҙәгендә: йыл һайын граждандарҙың билдәле бер категорияһы өсөн диспансерлаштырыу ойошторола. Миҫал өсөн, быйыл 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары әлеге сарала ҡатнаша ала.

Бушлай үткәрелгән комплекслы медицина тикшереүе – 18 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр өсөн, уларҙың социаль хәле, йәғни уҡып йөрөүе йәки эшләү-эшләмәүе мотлаҡ түгел. Сараның төп маҡсаты – сирҙәрҙе һәм хәүеф факторҙарын башланғыс этапта асыҡлау, уларҙы дауалауҙы ваҡытында башлау. Билдәле булыуынса, сирҙәрҙе иҫкәртеү күпкә отошло, ә инде организмды тулыһынса зарарлаған ауырыу менән көрәшеү күпкә сығымлы ла, һөҙөмтәһе лә билдәһеҙ. Тап ваҡыты үткәреп ебәрелгән сирҙәр Рәсәйҙә инвалидлыҡҡа килтереүҙең йәки халыҡтың ваҡытынан күпкә алда мәрхүм булыуының төп сәбәбе булып тора.

Диспансерлаштырыу үтеү өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау ҡағыҙы кәрәк. Ошо документтар менән теркәлеү адресы буйынса урындағы поликлиникаға (граждан ошо дауалау учреждениеһына ваҡытлыса беркетелгән булһа ла ярай) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төплөрәк мәғлүмәтте регистратурала, йәки медицина иҫкәртеүе кабинеттарында алырға була. Бының өсөн алдан яҙылыу кәрәк түгел.

Диспансерлаштырыу күләме ярайһы уҡ ҙур, ул пациенттың йәшенә, енесенә ҡарап билдәләнә. Тәүге этапта анкета тултырыу ҡаралған, унда пациент үҙенең һаулығы тураһындағы мәғлүмәт менән бүлешә. Кешенең буйы, ауырлығы, ҡан баҫымы, күҙҙәренең осҡорлоғо һәм башҡа үҙенсәлектәр асыҡлана, шулай уҡ анализдар тапшырырға ла тура киләсәк. Электрокардиография (ЭКГ), ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография үтеү ҙә ҡаралған.

Ошо һәм башҡа тикшереүҙәр диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын тәшкил итә. Уларҙың һөҙөмтәһе буйынса участка терапевты һығымта яһағандан һуң, пациенттың артабанғы яҙмышы хәл ителә. Әгәр ҙә инфекциялы булмаған хроник сирҙең, йәрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының билдәләре аҙ ғына булһа ла төҫмөрләнә икән, табип пациентты диспансерлаштырыуҙың икенсе этабына ебәрә. Был инде өҫтәмә тикшереүҙәр һәм белгестәрҙең консультациялары талап ителә, диагноз аныҡлана, тигән һүҙ.

Әйткәндәй, диспансерлаштырыу сиктәрендә ВИЧ-инфекцияға тикшереү үтергә була. Был процедура бушлай һәм аноним рәүештә башҡарыла.


Вернуться назад