Пушкин урамын һыу баҫа...21.01.2019
Өфөнөң Пушкин урамындағы 99-сы йорт эргәһендә диаметры 300 миллиметр булған торба тишелгән һәм унан һыу аҡҡан.

“Өфөводоканал” предприятиеһына торбаны ашығыс рәүештә ябырға тура килгән. Хәҙер ошо тирәләге бер нисә торлаҡ һәм административ бина һыуһыҙ ултыра, шул иҫәптән – 2-се Республика клиник дауаханаһының поликлиникаһы.



Вернуться назад