Уҙған тәүлек эсендә Башҡортостанда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 44 иҫерек водителде тотҡан, ике мең самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусыны асыҡлаған, шулай уҡ бер урланған автомобилде тапҡан.
Аварияларҙың береһе Иглин районында булған. Һамар – Өфө – Силәбе трассаһының 1518 километрында Силәбе яғынан баш ҡалаға йүнәлгән, 33 йәшлек Өфө кешеһе идара иткән “Хундай Солярис” менән Аша ҡалаһынан 62 йәшлек ирҙең “Шевроле Нива”һы бәрелешкән.
Фажиғәлә дүрт кеше ҡазаланған. “Солярис”тағыларҙы дауаханаға алып киткәндәр.