Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Контролдә” проекты сиктәрендә Благовещенск ҡалаһына сәфәр ҡылды. Улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса эштең нисек ойошторолғанын тикшерҙе.
Ҡала хакимиәте был мәсьәләлә халыҡҡа аңлатыу эше алып бара. Депутаттар бер юлы икмәкханаға, психоневрология интернатына инеп сыҡты. 300 кеше йәшәгән интернатта шарттар яҡшы, тәрбиәләнеүселәрҙең бәләкәй генә оҫтаханаһы, баҡсалары бар, йорт хайуандары аҫрайҙар.