Социаль селтәрҙәрҙә Сибай ҡалаһы халҡына Ҡырымға юлламалар һатырға маташҡан мутлашыусылар тураһындағы хәбәрҙәр ишетелде. Йәнәһе, Ҡырымға юллама һәм сират бер мең һум тора.
Был хаҡта бөгөн ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева белдереүенсә, бөтә юлламалар ҙа бушлай таратыласаҡ.
Белеүебеҙсә, быҫҡып ятҡан руданан 500 метрғаса арауыҡтағы урамдарҙың исемлеге төҙөлдө. Ошондағы йорттарҙа йәшәгән балалар тәү сиратта Ҡырымға ялға барасаҡ.