Ҡыш етһә, “Уңыш джентльмендары” фильмынан Василий Алибабаевичтың ошо һүҙҙәре иҫкә төшә.Был осорҙа ҡыйыҡ баштарынан ҡар, боҙбармаҡ төшөү хәүефе бермә-бер арта шул.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты ағзалары Өфө ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә ошо мәсьәләнең хәл ителешен тикшерә башланы. Ялыуҙарҙың күп өлөшө тап Черниковка биҫтәһенән килә икән.
Халыҡ контролерҙары Орджоникидзе һәм Калинин райондары урамдары һәм ихаталары буйлап үткән. Адмирал Ушаков урамындағы 72-се йорттан да: “47-се ЖЭУ заявкаларға иғтибар итмәй”, – тигән мөрәжәғәт булған. Ысынлап та, тикшереү бында йөрөүе ҡурҡыныс икәнлеген, боҙбармаҡтарҙың машиналар өҫтөнә төшөүен күрһәткән.
Әйткәндәй, был проекттың кординаторы, Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина рейдтың өсөнсөгә үтеүен, шундай сараларҙың республиканың башҡа ҡалаларында һәм ҡасабаларында ла барыуын хәбәр итте.
Проблема иһә көнүҙәк булып ҡала бирә. Кисә төндә генә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Инцидент” төркөмөнә тағы ялыу килде. Өфөләге 106-сы “Берҙәмлек” лицейының биналары ҡыйығынан да боҙбармаҡтар ана төшәм, бына төшәм тип тора...