Тирә-йүнде аҡлыҡҡа күмеп, бөгөн иртәнсәктән ҡар яуа. Һалҡын да түгел, ел дә үтә ҡотормай. Баҡтиһәң, хакимлыҡ ҡарҙа икән: бөгөн, 20 ғинуар – Бөтә донъя ҡар көнө!Был йола 2012 йылда Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы тәҡдиме менән булдырыла, ғинуарҙың һуңғынан алдағы йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Икенсе атамаһы – Халыҡ-ара спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө. Маҡсат – уларға ҡарата кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, йәштәрҙе әүҙем тормош алып барыуға йәлеп итеү.
Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһында билдәләүҙәренсә, бөгөн “ҡар фестивалдәре” үтергә, һәр быуын вәкилдәре коньки, саңғы, сноуборд, сана ярыштарында ҡатнашырға тейеш. Ғөмүмән, ҡарҙан ләззәт, кинәнес алыу көнө бөгөн!