Кешеләрҙе бөгөн иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – хаҡ артыуы. Ошоға ҡаршы көрәшеү юлдарының береһен тәҡдим итә Өфөләге һатып алыусы.“Халыҡ, беҙҙең барыбыҙҙы ла хаҡ артыуы ялҡытты. Әйҙәгеҙ, ябай ғына бер нәмә эшләйек. Бына, мәҫәлән, йомортҡа ҡыйбатланды. Уны алыуҙан баш тартайыҡ. Бер айға булһа ла. Аңлайым, бензинһыҙ йөрөп булмай, автобусҡа ултырмау ҙа мөмкин түгел. Ә бит йомортҡаһыҙ йәшәп торорға була”, – тип тәҡдим итә ул.