Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле, халыҡтың һаулығын һәр яҡлап хәстәрләү дауам итә.Мәҫәлән, дүшәмбенән башлап мәктәптәрҙә уҡыусылар өсөн һөт биреләсәк. Шулай уҡ ҡаланың Ленин урамындағы 44-се йортта урынлашҡан “Башфармация” дарыуханаһында өлкәндәргә медицина битлектәре һәм активлаштырылған күмер таратыла. Бының өсөн Сибайҙа йәшәүеңде дәлилләгән документтарыңдың янында булыуы шарт. Әле алты меңдән ашыу медицина битлеге таратылған.