"Ҡармаҡ һалыу" башланды: ҡайҙа барырға?19.01.2019
Хәйбулла районының Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыу булды. Унда райондың барлыҡ ауыл мәктәптәрендә белем алған юғары класс уҡыусылары саҡырылғайны.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДУ-ның Сибай институты, Магнитогорск дәүләт техник университеты һәм башҡа мәғариф учреждениелары вәкилдәре йәштәрҙе үҙҙәренең белем усағы, абитуриенттарҙы ҡабул итеү һәм йәшәү шарттары менән таныштырҙы, уҡырға килергә саҡырҙы. Урал тау-металлургия техник университеты (Екатеринбург ҡалаһы) дистанцион формала презентация тәҡдим итте.
Ата-әсәләрҙең дә ҡатнашыуы осрашыуҙы йәнлерәк, йөкмәткелерәк итте.


Вернуться назад