“Ильич лампалары” урынына...19.01.2019
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың урамдарҙы яҡтыртыу бурысы барлыҡ район биләмәләрендә йылдам тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, Баймаҡтың Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, уларҙағы белем биреү усаҡтары урынлашҡан барлыҡ урамдарға, мәктәп алдарына яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Был эште Һаҡмар ауылында ғына башҡарырға ҡалған. Яҡтыртҡыстар ҡуйыу киләһе аҙнала дауам итәсәк.
Ҡасандыр урамдарҙы “Ильич лампалары” яҡтыртһа, бөгөн был йәһәттән энергияны һаҡлаусы технологиялар ҡулланыла. Һәр заманда ла иң мөһиме – урамдарҙың яҡты, хәүефһеҙ булыуы.


Вернуться назад