Ирем уңған минең30.05.2012
Ирем уңған минең— Әле ярай, уң ҡулым — ирем бар. Тәүлегенә ике тапҡыр фермаға йүгереп, хужалыҡта бер нәмәгә лә өлгөрмәгән булыр инем. Һәр эштә булыша ул. Быйыл түтәлдәр яһап, йәшелсәләргә тиклем ултыртты, — тип иң элек тормош иптәше Азатты маҡтап алды Әлфирә әңгәмәбеҙ башында. Пар ҡанатлы булып йәшәү, ауыр ваҡыттарҙа бер-береңә ҡул һуҙыу, тормош йөгөн бергә тартыу, ни тиһәң дә, еңел шул.

Яңы Күктау ауылында ғүмер кисереүсе Әлфирә менән Азат Зиязетдиновтар, ысынлап та, һоҡланырлыҡ ғаилә. Яландай иркен йортто улар үҙ көстәре менән 2008 йылдың йәйендә төҙөп сыҡҡан. Өй заманса йыһазландырылған, таҙалыҡ-бөхтәлек шунда уҡ күҙгә ташлана, барыһы ла егәрле хужалар йәшәүенә ишара.
— Быйыл ғаилә ҡороуыбыҙға 18 йыл була. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, аңлап донъя көткәс, ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй ҙә, ауырлыҡтар алдында ла ҡаушап ҡалмайбыҙ, — ти Әлфирә. — Азаттың тырышлығы, кеше менән аралаша белеүе оҡшаны. Тормош көтә торған кеше ул, балаларға өлгөлө атай.
Ирен, мал ҡараған еренән бүлеп, әңгәмәбеҙгә ҡушылырға саҡырырға тура килде. Тик ир-аттың күпселегенә хас тыйнаҡлыҡ менән ул һәр һүҙен үлсәп һөйләне. Икеһе лә “Мир” хужалығының маҡтаулы эшсеһе. Ғаилә башлығы ҡыш фермала мал ҡарай, ә йәй “ҡорос ат”ты йүгәнләй икән. Һөйөклө ҡатыны Ҡарабаш һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләй һәм алдынғылар ярышын етәкләй.
Шәхси хужалығында ла өлгөр Зиязетдиновтар. Малды ла ишле аҫрайҙар, ҡош-ҡорттары ла етерлек. Әлфирә менән Азат үҙҙәре кеүек һөйкөмлө, тырыш дүрт бала үҫтерә. Олоһо Ләйсән Кушнаренко педагогия колледжында белем ала, киләсәктә уҡытыусы буласаҡ. Ленар — Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһында, Лариса Ҡарабаш урта мәктәбендә уҡый, улар “5” һәм “4” билдәләренә генә өлгәшә. Ә кинйәләре Айҙарға — 4 йәш.
— Бөгөн ауылда матур йәшәргә була, тик иренмәҫкә кәрәк. Беҙ ҡала тормошон күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ауылда ҡалғас, үҙ көсөбөҙ менән донъябыҙҙы төҙөкләндергәнгә ҡыуанабыҙ, — ти Яңы Күктау уңғандары.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.


Вернуться назад