Һиндостанға уран һатасаҡтар06.12.2011
Австралия Һиндостанға уран һатыуҙы тыймаҫҡа булды. Был ҡарар айырыуса уран магнаттарының күңеленә хуш килгән. Улар йыл да Һиндостанға 2,5 мең тонна уран һатырға ниәтләй.
Дели ядро ҡоралын һатмау тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуймауы арҡаһында Австралия был илгә уран һатмай ине. Канберраның үҙ атом электр станциялары булмаһа ла, донъяла уран етештереү буйынса өсөнсө урынды биләй. Австралия экспортҡа йыл һайын 1 миллиард долларлыҡ уран сығара. Тәү сиратта уны Ҡытай, Япония, Тайвань һәм АҠШ-ҡа оҙаталар. Австралияға Ер йөҙөндәге уран ятҡылыҡтарының 23 проценты тура килә. Һиндостан иһә — тыныс атом энергетикаһын әүҙем үҫтереүсе ил. 2050 йылға Һиндостан ҡулланылған электр энергияһының 40 процентын атом электр станцияларынан алмаҡсы.