Барыһы ла раҫланған, талаптарға ярашлы19.01.2019
Республикабыҙҙа власть менән халыҡ араһындағы бәйләнештең асыҡлығы ике яҡ өсөн дә файҙалы: төрлө мәсьәлә буйынса һорауға яуапты тиҙ алырға, аңлашылмаусанлыҡтарҙы яйға һалырға мөмкин. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән һорауҙар ҙа яуапһыҙ ҡалмай, уларға юғары власть органдары, төрлө министрлыҡ, ведомстволар тарафынан тиҙ арала яуап бирелә.
Мәҫәлән, бөгөн етәксенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенә Затонда йәшәгән бер төркөм кеше мөрәжәғәт итте:
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы һәм тейешле хеҙмәттәр! Беҙҙе тәҙрәбеҙ ҡаршыһындағы күп ҡатлы йорт төҙөлөшө ҡыҙыҡһындыра. Затон биҫтәһенең Летчиктар урамы, 2/1 адресы буйынса “Затон таңдары” торлаҡ комплексы өс өй төҙөргә планлаштыра. Берәүһе әҙер ҙә инде. Был йорт беҙҙекенә былай ҙа яҡын, өҫтәүенә араларына йәнә икенсеһен төҙөргә планлаштыралар. Һөҙөмтәлә беҙ ҡояшты ла күрмәйәсәкбеҙ, сөнки бөтөн тәҙрәләребеҙ шул яҡҡа ҡарай. Күршеләребеҙ менән өй аша ҡул биреп күрешәсәкбеҙ.
Зинһар өсөн, килешеү эшен ҡараһағыҙ ине. Ҡырҙан барыһы ла матур күренһә лә, ысынбарлыҡта насар буласаҡ бит.
Беҙҙең Затонда мәктәп тә етмәй, ә йорттар төҙөйҙәр”.

Хатҡа Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы – матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов яуап бирҙе:
“Һаумыһығыҙ! Һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙ беҙҙең өсөн мөһим. Затон биҫтәһенең Летчиктар урамындағы 2 к1 йорт янында квартал биләмәһе ҡаралған тәртиптә файҙаланыла. Әле булған һәм төҙөлөп килгән йорттарҙың норматив арауығы экспертиза һөҙөмтәһендә раҫланған.
Ҡалҡып килгән һәр объект буйынса, Рәсәйҙең ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы, төҙөүсе тейешле документтарҙың тулы исемлеген тапшырған: ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планы, экспертизаның, проект документацияһының ҡануниәт талаптарына ярашлылығын раҫлаған ыңғай һөҙөмтәһе.
Торлаҡ йорттарҙың урынлашыуы планировкалау һәм биләмәне бүлеү проекттарында ҡаралған”.


Вернуться назад