"Ашығыс ярҙам" таулы районға ашыға19.01.2019
Күптән түгел Белорет һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына республика программаһы буйынса алты “Ашығыс ярҙам” автомобиле бирелде. Һөҙөмтәлә был хеҙмәт автопаркы 25 процентҡа яңыртылды.
– Беҙҙең өсөн ғәйәт мөһим ваҡиға был, – тине район хакимиәте башлығы Владислав Миронов. – Белорет – төбәгебеҙҙә майҙаны буйынса иң ҙур һәм таулы райондарҙың береһе. Бер яңы һәм ҡулланыуҙағы ике автомобиль районыбыҙҙың Тирлән, Үрге Әүжән участка дауаханаларына ебәрелде. Тиҙ ярҙам хеҙмәте ысын мәғәнәһендә тиҙ булырға тейеш.
Тиҙҙән Инйәр участка дауаханаһына ла “Соболь” автомобиле биреләсәк.


Вернуться назад