“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы18.01.2019
Ҡырым Республикаһы делегацияһы “ПЭТ Технолоджи” Өфө ядро медицинаһы үҙәгендә булды. Үҙәктең медицина директоры Павел Головин әйтеүенсә, ул 2014 йылдың майында асылған, бер миллиард һум самаһы инвестициялар йәлеп ителгән. Эшмәкәрлектәренең төп йүнәлеше – ПЭТ методы менән онкосирҙәрҙе диагностикалау һәм “Кибер-Бысаҡ” радиохирургия системаһы менән яман шештәрҙе дауалау.

– Был ваҡыт эсендә беҙҙең үҙәктә 20 мең самаһы ПЭТ һәм КТ тикшереүҙәр үткәрелде һәм “Кибер-Бысаҡ” системаһы менән 1470 операция яһалды. Пациенттарҙың 90 проценты ярҙамды бушлай, ОМС буйынса алды, алты проценты башҡа төбәктәрҙән килгән, дүрт проценты үҙ иҫәбенә эшләтте, – тине Павел Головин.


Ҡырымдың Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Михаил Селезнев менән Алла Пашкунова үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты.




Вернуться назад