Артабан йәшәр кәрәк18.01.2019
“Халыҡ контроле” проекты ағзалары ҡалалағы экология хәлен белеү һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән осрашыу өсөн Сибай ҡалаһында булды. Проекттың төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, улар әле декабрҙәге кеүек һауа газланғанын тоймаған.

– Ҡалала экологтар әүҙем эшләй, һауаны тикшереп тора, Өфөнән килгән белгестәр үҙ эшен башҡара. Дөйөм алғанда, Сибайҙа хәл яҡшыра, халыҡ барыһына ла аңлап ҡарарға тырыша. Тау-байыҡтырыу комбинаты ҡаланы бар иткән предприятие, шуға күрә барыһы ла эшкә көйләнгән, – тине ул.

– Ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр ойошмалары, эшҡыуарҙары, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары менән осраштыҡ. Ошо проблема менән генә сикләнмәй артабан йәшәргә, пландар төҙөргә кәңәш иттек.

Әйткәндәй, Сибайҙа һауа бысрауы сәбәпле, прокуратура булышлығы менән енәйәт эше ҡуҙғатылған.




Вернуться назад