Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә килен оҙатҡанда уның даны бирнәһендәге ҡорамаларҙың күплеге һәм сағыулығы менән билдәләнгән. Һәр ырыуҙың ҡорама ҡорауҙың үҙ нескәлектәре, үҙ тамғаһы, үҙ формаһы һәм зауығы бар.
Һуңғы йылдарҙа ауыл ҡатын-ҡыҙҙары онотола барған был шөғөлгә яңыса төҫ бирә, уны ҡайтанан тергеҙә. Темәс ауыл китапханаһында “Ҡорамалар” тип аталған түңәрәк эш башланы. Уны ҡорама ҡорау буйынса үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Фәрзәнә Хәбибуллина ойошторған. Әйткәндәй, оҫтаның күҙҙең яуын алыр, зауыҡ менән биҙәлгән эштәре Мәскәү үткән күргәҙмәлә ҡатнашҡан.
Темәс ҡатын-ҡыҙҙары түңәрәккә бик теләп йөрөй, тиҙҙән уларҙың ҡорамалары ла күргәҙмәләрҙә урын алмаҫ, тимә.