Бер евроға йорт алғың килмәйме?18.01.2019
Алдынғы Европа илдәрендә лә демографик хәл мөшкөл, күрәһең. Италияның Самбука ҡалаһында сабыйҙар тыуымы, халыҡ һанының кәмеүе арҡаһында ҡалаға башҡа ил кешеләрен дә йәлеп итеү өсөн тиҫтәләгән тарихи объектты һатыуға ҡуйғандар.

Йорттарҙың хаҡы ни бары бер евро. Һатып алыусылар өс йыл эсендә уларҙы ремонтлап, төҙөкләндереүгә 15 мең евро тотонорға бурыслы. Швейцария, Франция һәм Испания илдәренән акцияға ҡушлыусылар табылған.




Вернуться назад