Ҡыҫҡартабыҙ ҙа ҡыҫҡартабыҙ...18.01.2019
Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәрен яңы йылда йәнә ҡыҫҡартыуҙар көтә. Әле ҡулайлаштырыу буйынса “юл картаһы” өҫтөндә эш дауам итә.

Былтыр хеҙмәткәрҙәр һанын 10 процентҡа ҡыҫҡартҡайнылар. Уларҙың күбеһе – ҡатын-ҡыҙ. Быйыл тағы ла бер нисә мең кеше эшһеҙ ҡаласаҡ. Пенсия фонды етәкселәре Социаль страховка фонды инфраструктураһын да үҙ файҙаһына ҡулланыуға ниәт тота. Өҫтәүенә күп функциялы үҙәктәрҙе лә граждандарға пенсия хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн файҙаланмаҡсылар.




Вернуться назад