Әлшәй, Ауырғазы, Балтас, Бүздәк, Бөрйән, Ейәнсура һәм Мәләүез райондарында һабантуйҙар үтте. Ауыл эшсәндәре халҡыбыҙҙың милли байрамына күтәренке кәйеф һәм дәрт менән йыйылды, сөнки ҡыр эштәре ваҡытында тамамланды, киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды. Малсыларҙың да йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел. Мал уңышлы ҡышлаған, аҙыҡҡа ҡытлыҡ булманы. Һыйыр малы һанының кәмеүенә юл ҡуйылманы. Әле малдар йәйләүгә сығарылған.
Һәр йылдағыса, һабантуйҙа яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарған, малдарҙы имен-аман ҡышлатҡан хужалыҡтар, баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән механизаторҙар, малсылар дипломдар, Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Һабантуй тантаналарында шулай уҡ төҙөкләндереү буйынса алдынғылар ҙа билдәләнде.
Зауыҡ менән биҙәлгән тирмәләр ҙә байрамға йәм өҫтәне. Уларҙа республиканың, райондың үткәне һәм бөгөнгөһө сағылды. Сараға йыйылған барса халыҡ үҙ-ара татыу йәшәгән башҡорт, урыҫ, татар, удмурт, мари һәм башҡа халыҡтарҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәте менән танышты, табындағы милли аштан ауыҙ итте. Байрамдың иң күркәм мәле – ат сабышын да халыҡ һоҡланып ҡараны. Милли уйындар, мәҙәни тамашалар, спорт ярыштары кискә тиклем дауам итте, һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.