Офицерҙы юҡһыналар…18.01.2019
Дүртөйлөләр үҙҙәренең халыҡ именлеге һағында торған ҡаһармандарын онотмай, исемдәрен мәңгеләштереү өсөн тырышлыҡ һала.

Был яҡшы эште дауам иттереүселәр районда бөгөн дә етерлек. Дүртөйлө районы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Фәрит Ҡарманов башланғысында Әңгәсәк ауылында легендар милиция участковыйы Нурулла Шәйҙуллинға мемориаль таҡта асыу идеяһын ауылдаштары хуплап ҡаршы алды. Ғәҙел һәм намыҫлы, тәртип һәм законлылыҡ һағында торған милиция офицерын ауылдаштары әле лә юҡһынып иҫкә ала.





Вернуться назад