Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1333-сө бойороғона ярашлы, 2019 йылдың 14 ғинуарынан 15 февраленә тиклем «Ҡаргиҙәр машиналар» операцияһы үткәреләсәк.
Был сара республиканың Дәүләт техник тикшереү хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы, Башҡортостан Республикаһынын «Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы» менән берлектә үтәсәк. Уның барышында ҡаргиҙәр машиналарҙың һәм башҡа төр махсус техниканың торошон тикшереү менән бер рәттән дәүләт техник тикшереү үткән булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә лә иғтибар бүленәсәк.
Административ ҡағиҙәләрҙе боҙоу, йә иһә теркәүһеҙ техниканы ҡулланыу, машина йөрөтөүселәрҙең тейешле категорияға документтары булмау һәм башҡа төр ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларға ҡәтғи саралар ҡулланыласаҡ.