Һалҡын һыуҙа – 80 мең кеше18.01.2019
Иртәгә Православие дине вәкилдәре христиандарҙың ҙур байрамдарының береһен – Крещениены билдәләй. Ул христианлыҡта иң боронғо байрамдар иҫәбенә инә.

Ғәҙәттәгесә, был көндә ҡорамдарҙа дини йолалар, шулай уҡ һыуға сумдырыу традицияһы үтәлә. Һыу тереклек сығанағы булып иҫәпләнә, изге эсемлеккә оҙон сират теҙелә. Был төндә һәр йылға-күлдән алынған ябай шыйыҡлыҡ та шифалы көскә эйә тип иҫәпләнә. Христиандарҙа ул рухи һәм тән сирҙәренән иң яҡшы дауа тип һанала.

Башҡортостанда йыл һайын был йоланы бер нисә мең кеше үтәй. Былтыр уларҙың һаны 56 мең самаһы булһа, быйыл 80 меңләп кеше һалҡын һыуға сумырға ниәтләй.

Сумыу өсөн һыу ятҡылыҡтарында 71 махсус урын әҙерләнгән. Баш ҡалала өс мәке эшләйәсәк. Һәр ҡайһыһы янында ҡотҡарыусылар һәм табиптар дежурҙа торасаҡ.




Вернуться назад