18 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә Сибайҙың Нуриманов урамында зарарлы матдәләр миҡдарының норманан 3,8 тапҡырға артыуы теркәлгән.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының тау ҡалдыҡтары менән бәйле экологик проблемалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штаб етәксеһе Кирилл Первов:
– Иртән сәғәт 6-ла былай түгел ине. Үткән тәүлектә Тау урамында сәғәт 12-лә ПДК-ның 4,2 тапҡырға артыуы күҙәтелгәйне. Бүтән урындарҙа бындай хәүеф тойолмай, – тип белдерә.
Бөгөн Сибайҙа һауа торошо һәйбәттән түгел – ел көньяҡҡа ҡарай иҫә. Тап шуға ла ПДК-ның артыуы көтөлә.