Радий Хәбировтың шәхси аккаунттарына, шулай уҡ Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығына килгән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөрәжәғәттәр араһында дауаланыу тураһындағы үтенестәр беренсе урынды биләй.
Халыҡ шулай уҡ табиптарҙың хаталаныуына, дауаханаларҙың насар хәленә, белгестәрҙең һәм дарыуҙарҙың етмәүенә зарлана. Быйыл медицинаға ҡағылышлы 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған.
Әле республикала табип һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт кампанияһы башланды. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов баҫма һәм электрон матбуғат сараларында заманса дауалау алымдарын ҡулланған белгестәр, тәжрибәле табиптар тураһында 200-ҙән ашыу мәҡәлә донъя күреүен билдәләне.
– Медицина хеҙмәткәрҙәренә ыңғай мөнәсәбәт булдырыу, уларҙың хеҙмәтенең әһәмиәтен күрһәтеү мөһим, – тине Радий Хәбиров.