Танк күрһәгеҙ, ҡурҡмағыҙ18.01.2019
Танк күрһәгеҙ, ҡурҡмағыҙАрхангел ауылы кешеләре легендар Т-34 танкын хәҙер кинола йәки музейҙарҙа ғына түгел, ә үҙҙәренең ауылында ла күрә ала. Дөрөҫөрәге, уның ҡарҙан яһалған күсермәһен. Марат Нәжметдинов уның авторы.

– Телевизор аша “Т-34” фильмының рекламаһын күреп ҡалдым да шул танкты эшләгем килеп китте. Фото һәм һыҙмаларҙы интернеттан табып алдым. Ихаталағы һәм баҡсалағы барлыҡ ҡарҙы файҙаланырға тура килде. Гусеницаларын эшләү өсөн айырым оҫталыҡ кәрәк булды, таралып китмәһен һәм формаһын һаҡлаһын өсөн, уларҙы йәбештереп ҡуйҙым, – ти автор.


Марат Рафаэль улы ҡарҙан һындарҙы биш йыл элек эшләй башлаған. Тәүҙә был Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булған, уларға айырыуса ейәнсәрҙәре ҡыуанған. Хәҙер иһә күршеләре уның эштәрен социаль селтәрҙәргә һала башлаған, бихисап “лайыҡтар” йыя икән улар.

Ауылдаштары оҫтаға киләһе йылға заказдар бирә лә башлаған. Мәҫәлән, НЛО-ға ултырған сит планета вәкилдәрен эшләүҙе һорағандар. Бының өсөн Марат Нәжметдиновҡа тағы яңы технологиялар үҙләштерергә – боҙ һәм яҡтыртҡыстар менән эшләргә өйрәнергә ҡала.




Вернуться назад