Камера һеҙҙе күреп тора!18.01.2019
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә инвесторҙар менән осрашты.

Кәңәшмәлә республикала юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фотовидеотеркәүҙе тәьмин иткән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге системаһын ойоштороу, яңыртыу һәм техник хеҙмәтләнәдереү проекты тикшерелде. Әле төбәктә 663 берәмек фотовидеотеркәү ҡулайламаһына ихтыяж бар. Уларҙы һатып алыуға һәм монтажлауға 2,28 миллиард һум аҡса кәрәк.

Быйыл адреслы республика инвестиция программаһы иҫәбенә Өфө һәм федераль трассалар өсөн 62 стационар, 50 күсмә комплекс һатып алыу күҙаллана. Ҡалған 551 камераны ҡуйыу өсөн (дөйөм хаҡы 1,8 миллиард һум) айырым инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Әле бер нисә ойошма унда ҡатнашырға теләк белдергән. Улар менән берлектә юл картаһы төҙөлгән. Быйыл 31 декабргә тиклем – 150, 2020 йылдың 1 майына тиклем ҡалған ҡулайламаларҙы ғәмәлгә индереү ҡарала.





Вернуться назад