Улар бар ерҙә – байрам18.01.2019
Республикабыҙ ауыл һәм ҡалаларындағы ағинәйҙәр йәмғиәттә төп көстәрҙең береһенә әйләнеп бара тип әйтергә мөмкин. Улар, оло тормош тәжрибәһенә таянып, йәштәрҙе дөрөҫ юлға әйҙәүгә күп көс һала.
Ғафури районы мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Рахманғолова әйтеүенсә, уларҙа ла ағинәйҙәр әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Былтыр декабрҙә Өфөлә уҙғарылған Мәүлит байрамында ла ҡатнашҡандар. Сарала сәхнә сығыштары ғына күрһәтелеп ҡалмай, дини китаптар һатыу, ҡул эштәре күргәҙмәләре лә ойошторолған. Республикабыҙҙың 15 төбәгенән килгән ағинәйҙәр үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашҡан, фекер алышҡан, киләсәктә лә кәңәшләшеп йәшәргә һүҙ ҡуйышҡан.
Ғәлиә Ғәли ҡыҙы әйтеүенсә, бындай байрамды район үҙәгендә лә үткәргәндәр. Ауыл ағинәйҙәренең сығыштары, ҡул эштәре, мул һыйлы өҫтәлдәре осрашыуҙы ысын байрамға әйләндергән.