Диндарҙың күңел ораны18.01.2019
Уҙған йыл аҙағында “Гөрләшеп йәшәй күңел” тип аталған китап донъя күрҙе. Унда Ҡариҙел районындағы әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ижад емештәре тупланған. Араларында Магинск ауылы имам-хатибы Радим Оморҙаҡовтың да шиғырҙары бар.

“Тел”, “Башҡортостан”, “Башҡорт һүҙе”, “Донъя ҡәҙере”, “Диңгеҙ”, “Ике фәрештә”... Ислам ҡанундарына, тәрбиәһенә нигеҙләнгән һәр шиғыр үҙе айырым вәғәз кеүек ҡабул ителеп, күңелгә ләззәт, тыныслыҡ бирә, юғары ҡиммәттәрҙең мәңгелек икәненә йәнә бер ҡат инандыра.

“Тел” тип исемләнгәндең беренсе булып бирелеүе оло мәғәнәгә эйә. Был төшөнсәне иман менән бер бөтөн итеп ҡабул ҡыла диндар күңеле. Тел – Аллаһ Тәғәлә биргән бүләк, ниғмәт. Уны ҡәҙерләү, тимәк, Раббыбыҙҙың ҡанундарын үтәү, рәхмәтенә өлгәшергә ынтылыу.

“Шиғырҙа сихри көс бар”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Имам-хатиптарыбыҙҙың күңел ораны, иншаллаһ, дини тәрбиәнең көсөн тағы ла арттырыр.





Вернуться назад