Күңел матурлығы күсәлер...18.01.2019
“Раббыбыҙ һөнәрле кешене һөйә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Әл-хәмдү лил-ләһ, арабыҙҙа ундайҙар бихисап.

Шәрипҡол ауылында ғәжәп оҫта апай йәшәгәнен ишеткәс, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шунда юл тоттоҡ. Ихлас күңелле, аралашыусан Зәйтүнә Мәҙийәрованың ҡул эштәренә, ысынлап та, һоҡланып туйғыһыҙ! Милли кейемдәр, ҡайылған әйберҙәр, балаҫтар...

Зәйтүнә Ишмөхәмәт ҡыҙының бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Йәшәү еңелдән булмаһа ла, күңеле гелән матурлыҡҡа ынтыла. Гүзәллекте күрә белгән ҡыҙ ҡайырға өйрәнеп, матурлыҡ өлгөләре тыуҙыра башлай. Ҡул эштәре еңел бирелә уға. Тәүге оҫталыҡ дәрестәрен әсәһенән ала.

– Күрше ҡатындарҙың кис ултырыуға инеүе хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған, – ти инәй. – Улар һөйләшә-һөйләшә ҡул эше менән була, ә беҙ – мин һәм өс һеңлем – яндарына теҙелеп ултырабыҙ ҙа йөн тетәбеҙ, апайҙарҙың етеҙ ҡулдарына ҡарап һоҡланабыҙ.

Ҡул эшенә әүәҫлеген күреп, әсәһе ҡыҙына, ҡыйынлыҡ менән булһа ла аҡса туплап, теген машинаһы, тауар алып бирә. Бындай ҙур бүләктән сикһеҙ ҡыуаныс кисерә Зәйтүнә инәй. Үҫә килә тегенсегә уҡырға барыу теләге менән яна башлай. Тик, мөмкинлек булмағанлыҡтан, һауынсы һөнәрен һайлай.

Бер аҙҙан Шәрипҡолдан Салауат исемле егеткә кейәүгә сыға. Йәштәр өс балаға ғүмер бирә. Икеһе лә колхозда хеҙмәт итә. Донъя мәшә­ҡәттәре күп булһа ла, ҡул эшен бер ваҡытта ла ташламай ҡатын. Ауылдаштарына күлдәк тегә, кофта бәйләй, шулай уҡ яҡындарына үҙҙәре аҫраған ҡуян тиреһенән бүрек, тун тегергә лә өлгөрә. Бала саҡтан килгән оҫталығын, һәләтен даими камиллаштыра, яңы өлгөләрҙе өйрәнә. Аш-һыуға оҫталығы менән дә һоҡландыра Зәйтүнә апай.

Ошолай гелән хеҙмәттән йәм табып, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәп ятҡанда, тормошоноң аяҙ күген ҡара болот ҡаплап ала: төпсөк ҡыҙы 42 йәшендә яман сиргә дусар була. Шәбәйеренә ҙур өмөт, ышаныс бағлаһалар ҙа, яҙмыш аямай: аяуһыҙ ауырыуҙан йәш ҡатын баҡыйлыҡҡа күсә. Иңенә көс еткеһеҙ ҡайғы ауһа ла, түҙә әсә. Улы һәм ҡыҙының, күршеләренең, ауылдаштарының хәстәрлеге, аят-доғалар күңеленә йәшәү көсө бирә. Булмышына, һөнәренә тоғро ҡалып, кешеләргә матурлыҡ, изгелек өләшеүен дауам итә Зәйтүнә инәй.


Вернуться назад