Тамырҙарым — тыуған еремдә18.01.2019
“Башҡортостан!
Уйсан тауҙар иле!
Сал тарихы аҡыл иңләмәҫ.
Бер яғында Иҙел көрһөнгәндә, Бер яғында иңрәй Төйәләҫ,
Һин ситлеккә һыймай
тыбырсынған
Йөрәккәйем ише ер икән. Башҡортостан тиһәм
Башым сатнай,
Яҙмышыбыҙ беҙҙең бер икән
шул,
Яҙмышыбыҙ беҙҙең бер икән!” – тип яҙа шағирә Зөлфиә Ханнанова бер шиғырында.

Яңыраҡ Татарстандың Бөгөлмә ҡала­һында эшләп килгән “Аҡ тирмә” башҡорт клубы ағзалары йыл дауамындағы эш­тәренә йомғаҡ яһаны. Әйткәндәй, тематик саралар, осрашыу кисәләре сағыу һәм юғары кимәлдә уҙҙы. Мәҫәлән: “Наурыҙ килә – яҙ килә”, “Башҡортостан ҡыҙы”на – 50!”, “Һабантуй — дуҫлыҡ һәм хеҙмәт байрамы”, “Байрамдарыбыҙ, йолаларыбыҙ...”

Айырыуса “Тамырҙарым тыуған еремдә” тигән кисә яҡташтарымдың күңеленә хуш килде. Унда клуб ағзалары ата-бабаларын иҫкә төшөрҙө, Рәйсә Солтанова (сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан) яҡташ­та­рымды үҙенең ғаилә шәжәрәһе менән та­ныштырҙы. Уның нәҫел шәжәрәһенең шағир Ирек Кинйәбулатовҡа барып тоташ­ҡаны асыҡланды. Уның шиғырҙарын һөйләне.

Сарала ҡатнашҡан иң өлкән ағайыбыҙ Ришат Гәрәев олатаһы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Артабан тамашасы иғтибарына атаһына арналған электрон презентация һәм видеоролик тәҡдим итте. Видеороликта һуғыш яугире Динәхмәт Әҙелгәрәев үҙ башынан кисергән дәһшәтле һуғыш юлдарын бәйән итте.

“Шәжәрә – быуындар бәйләнеше” тигән китап күргәҙмәһендә урын алған ”Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кисәлә ҡатнашҡан һәр кем, киләсәктә нәҫел-нәсәбе тураһында мәғлүмәт туплап, шәжәрә төҙөү теләге менән таралышты.

Шулай уҡ шағирә, прозаик Гөлнур Яҡуповаға арналған әҙәби кисә күңел­дәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр. Сарала китап һөйөүселәр уның шиғырҙарын уҡып илһамланды, популяр “Ҡатындар” три­логияһы менән танышты. Кисә “Башҡорт матбуғаты биттәрендә” күргәҙмәһендә урын алған гәзит һәм журнал биттәрендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләргә күҙәтеү менән тамамланды.


Вернуться назад