Күбәләктәр ниндәй хәүеф тыуҙыра?29.05.2012
Көндөҙгө эре энәлек күбәләгенең ҡанатында ҡара һыҙаттар бар. Осҡанда ҡанаттары 7 сантиметрға тиклем йәйелә. Беҙҙең яҡта улар, ғәҙәттә, ҡурсаҡтан июнь айында сыға. Энәлек күбәләгенең ҡарышлауығы алмағас, груша, муйыл, энәлек, миләш, сейә һәм башҡа емеш ағастарының япрағын ашай.

Болон күбәләгенең ҡарышлауығы көндөҙ әүҙемләшә. Болотло көндә һәм төндә улар аҙ хәрәкәт итә. Был күбәләктәр һутлы япраҡлы үҫемлектәргә — көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, борсаҡ, люцерна, картуф, кукуруз, йәшелсә һәм ҡауын-ҡарбузға өҫтөнлөк бирә. Башҡа аҙыҡ булмағанда ҡыяҡлыларға, атап әйткәндә, бойҙай һәм арпаға зыян килтереүе мөмкин. Улар әремде лә ашап кинәнә.


Вернуться назад