Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә өйөнән йыраҡ түгел уйнап йөрөгән балаға берәҙәк эт ташланған.
Күршеләре малайға ярҙамға килеп өлгөрөп, хайуанды ҡыуып ебәргән. Әсә кеше әйтеүенсә, баланың ҡулы шешкән, ҡанға батҡан булған. Малайҙы травпунктҡа алып барып, укол эшләткәндәр, яраны бәйләткәндәр, артабан уға баш ҡаланың 17-се дауаханаһына йүнәлтмә бирелгән.
Хәҙер ата-әсә баланы урамға яңғыҙ сығарырға ҡурҡа.