Сирҙе аҙмаҫ элек “ауыҙлыҡларлыҡ” булһын!17.01.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбировты төбәк дауаханалары һәм поликлиникаларының табип-онкологтар менән тәьмин ителеше ҡәнәғәтләндермәй. Ҡайһы бер райондарҙа ундай белгестәр бөтөнләй юҡ. Шуға ла халыҡ иң күбе ошо йәһәттән зарлана.

“Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендә үткәрелгән кәңәшмәлә төбәк етәксеһе шул хаҡта белдерҙе. Ул республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелиндың сығышынан бигүк ҡәнәғәт ҡалмайынса, тәү сиратта беренсе звено медицина хеҙмәткәрҙәрен – участка табиптарын, терапевтарҙы, ауыл фельдшерҙарын – уҡытыу, белем кимәлдәрен күтәреү мөһимлеген белдерҙе. Улар пациенттарында яман шеш ауырыуының тәүге билдәләре барлығын күрә, асыҡлай белергә тейеш.


Вернуться назад