Былтыр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Федераль урман хужалығы агентлығына ағасты законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү һәм асыҡлау буйынса мөрәжәғәтенән һуң, Белорет һәм Баймаҡ урмансылыҡтарында бөтәһе 0,36 миллион гектар майҙанда урманды файҙаланыуға йыһан аша мониторинг үткәрелгән.
Һөҙөмтәлә 32 участкала ҡануниәт боҙоу билдәләре асыҡланған, уларҙың 15-ендә дәлилдәр раҫланған. 1,7 мең кубометр ағас рөхсәтһеҙ ҡырҡылған, дөйөм зыян 10,9 миллион һум тәшкил иткән.
Бындай тикшереүҙең ыңғай һөҙөмтәһен иҫәпкә алып, быйыл министрлыҡ тағы ла Әүжән, Бөрйән, Йылайыр һәм Тирлән урмансылыҡтарында бөтәһе 1,5 миллион гектар майҙанда күҙәтеү үткәреүгә ғариза биргән.