Флешмоб үҙенсәлекле байрамға әүерелде.
Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылдарында Яңы йылға әҙерлек гөрләп барҙы. Ҡышҡы ауыл бигерәк йәмле бит ул, ә уны күңелле итеү үҙебеҙҙән тора, шуға ла һәр йорт алдын биҙәү, Ҡар бабай, Ҡарһылыу һындары, балалар өсөн һырғалаҡтар эшләү бәйгеһе иғлан ителгәс, ауыл халҡы дәррәү күтәрелде.
Бындай байрам 2014 йылда ла үткәрелгәйне. Быйыл да бәйгенең төп бағыусыһы — билдәле яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуған ауылы Ҡаранйылғанан сыҡҡан ир-уҙаман, уңған эшҡыуар, район советы депутаты Әхмәт Аҫылбәков. Сәйетбабала йорт һайын ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле композициялар ҡоролған. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай һындарына ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарап торорлоҡ. Нәзәкәтле гирляндалар төнгө ауылды биҙәй, һырғалаҡтар балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Ялға ҡайтҡан ҡунаҡтар өсөн дә был көндәр онотолмаҫлыҡ булғандыр. Ҡыҫҡаһы, тирә-яҡ әкиәти матурлыҡҡа сумды.
Иң матур биҙәлгән йортто баһалаусылар төркөмө билдәләне. Бүләктәр ҙә бит ниндәй! Беренсе урынға — һыуытҡыс, икенсегә — мультиварка, өсөнсө урынға — микротулҡынлы мейес. Ҡалғандарға ла дәртләндереү бүләктәре — берәр мең һум аҡса тапшырылды.
Әхмәт Мәүлимбирҙе улы тыуған ауылын, ауылдаштарын һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота, ярҙам итә. Аттар егеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бәләкәй һәм күмәк балалы ғаиләләргә, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға татлы бүләктәр тапшырҙы. Ә кис инде халыҡ мәҙәниәт усағына байрам концертына ағылды. Ҡупшы шыршы янында ауылдың талантлы үҙешмәкәр артистары сығыш яһаны, Яңы йылды йыр-моң, яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды сәйетбабалар.
— Үҙенсәлекле байрамды күреп, күңел күтәрелде. Ойоштороусыларға рәхмәт! — ти ауыл халҡы ҙур ҡәнәғәтлек менән.