Бөжәктәрҙең һөжүме29.05.2012
Башҡортостанға бөжәктәр, күбәләктәр һөжүм итә башланы. Баҡсала картуф ултыртып та өлгөрмәнек, уларға күптәнге “дуҫ”ыбыҙ – колорадо ҡуңыҙы килеп “ҡунаҡланы”. Байтаҡ халыҡ тәбиғәттә булғандан һуң, хатта ҡала эсендә ял иткәндә лә, талпан эләгеп, дауаханаларға мөрәжәғәт итә. Ә бына күҙҙең яуын алып осҡан күбәләктәрҙе күпләп күреп, моғайын, һәр кем аптырашта ҡалғандыр, әйтерһең, ҡар яуамы ни!

Белгестәр был хәлгә шундай аңлатма бирә – ҡыш ныҡ һалҡын булмағас, бөжәктәр уны еңел үткәргән. Яҙҙың иртә һәм йылы килеүе лә ҡарышлауыҡтарға үрсеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған.
Бынан тыш, республикала йыртҡыс үрмәксе, һағыҙаҡтар ҙа күпләп осрай.
– Быйыл бөжәктәр 2-3 тапҡырға аҙ булыр тип күҙаллағайныҡ, әммә ҡыштың йылы килеүе арҡаһында саранчаның 1,5, болон күбәләгенең хатта бер нисә тапҡырға күберәк булыуы көтөлә, – ти “Россельхозцентр” федераль дәүләт учреждениеһы филиалы етәксеһе Рөстәм Кирәев. – Беҙҙең ведомство был хәлде контролдә тота, кәрәкле препараттар һатып алынған.
Белгестәр билдәләүенсә, алдағы көндәрҙә көндәр бер аҙ һалҡынайтмаһа, бөжәктәр тағы ла әүҙемләшһә, республикала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителәсәк. Улар шәхси секторҙа йәшәүселәргә үҫентеләрен эшкәртергә, халыҡ ысулдарын ҡулланырға кәңәш итә.
Киләһе уңышҡа был ҡоротҡостар 500 мең һумлыҡ зыян килтергән дә инде. Әле республиканың бер нисә районында баҫыуҙарҙы бөжәктән һаҡлау сараһы күрелә.
С. ҒӘЛИН.


Вернуться назад