Реалистар оҙағыраҡ йәшәй18.01.2019
Юмор һәм оптимизм тойғоһо ғына йәшәү оҙайлығын арттырмай, ти тикшеренеүселәр. Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, барыһынан да оҙағыраҡ тормошта аҡыл эшмәкәрлеген тойғоларҙан айырып ҡарағандар һәм өҫтөн ҡуйғандар, ысынбарлыҡ шарттарын иҫәпкә алып эш иткәндәр йәшәй икән. Ә уйын-көлкө яратыу­сылар тормошҡа йыш ҡына еңелсә ҡарай һәм сәләмәтлеген хәстәрләмәй.


Вернуться назад