Шатлана ла белергә кәрәк18.01.2019
Беҙҙең бөтә тормошто өҙлөкһөҙ ваҡиғалар ағышы, эш-мәшәҡәттәр көсөргәнеше, үҙгәрештәр, яңылыҡтар, еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр, өмөт һәм юғалтыуҙар менән һүрәтләргә мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, кеше эске донъяһының әйләнә тирә-яҡтағы ысынбарлыҡ менән даими бәйләнештә йәшәй. Беҙ көн һайын йоҡонан уянып, яңы иртәне ҡаршылайбыҙ, бик күп халыҡ менән осрашабыҙ, эшкә йөрөйбөҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Хәҙерге заман кешеһе өҙлөкһөҙ мәғлүмәт ағышында, юғары технологиялар, тиҙ үҫешеү һәм үҙгәрештәр солғанышында көн итә.

Психик сәләмәтлек тураһында һүҙ алып барғанда сирҙе күҙ уңында тотмайбыҙ. Кеше тулы ҡеүәтенә эшләй, стрестарға бирешмәй, һәләттәрен йәмғиәт һәм үҙ файҙаһына ҡуллана белә икән, тимәк, ул һау-сәләмәт. Әммә ошондай сирҙәр ҙә беҙ күҙ алдына килтергәнгә ҡарағанда йыш осрап тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Ер йөҙөндә яңы быуат башында психик тайпы­лыштарға дусар 450 миллион пациент иҫәпләнһә, һуңғы осорҙа сирлеләр һаны тағы арта төшкән. Шуның менән бергә тейешле медицина ярҙамы булғанда кеше йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы була ала.

Пациенттарҙың ҡап яртыһы тиерлек депрессиянан яфалана. Уның билдәләрен иртә стадияла белеү бик мөһим: тормоштан ҡәнәғәтлек тоймау, өмөтһөҙлөк, хәүефләнеү, юҡһыныу, көсөргәнеш тойғолары, даими арыу-талсығыу, ҡуҙғыусанлыҡ, хәтерһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ, үҙеңә йомолоу. Ә бит психик тайпылыштарҙы, психик тигеҙлекте иҫкәртеү ҙә мөмкин.

Республика психотерапевтары бына ниндәй кәңәштәр бирә: тыныс йоҡо; дөрөҫ туҡланыу; кире тойғоларға юл биреү, илау; аҡыл һәм физик хеҙмәт; медитация, йога күнекмәләре; яҡшылыҡ­ҡа өмөтләнеү һәм позитив ҡараш; сәйәхәт, юмор, хобби; бейеү клубтары, түңәрәктәр, музыка; тәбиғәткә сығыу; йорт хайуандары тураһында хәстәрлек, гөл үҫтереү; яҡындарыңа, дуҫ-ишеңә ярҙам ҡулы һуҙыу.

Үҙең өсөн даими йөкләмәләр, бурыстар билдәләү ҙә тормошоғоҙҙо йәнләндерергә булышыр. Мәҫәлән, иртәнге зарядка, саф һауала йөрөү, китап, гәзит-журналдар уҡыу. Бөтә булған ҡиммәттәрҙе баһалай, бәләкәй генә яҡшылыҡҡа ла ҡыуана белегеҙ!


Вернуться назад