Беҙгә бөгөн нимә ҡиммәт?18.01.2019

Медицина берекмәһе башбаштаҡлыҡтан яҡланырға тейеш.

Йыл башында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” һаулыҡ һаҡлауға ҡағылған бөтә йәмәғәтселек ойошмаларын, власть органдарын, контроль-күҙәтеү ведомстволарын, “Рәсәй өсөн” халыҡ фронты” йәмәғәтселек хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм Милли медицина палатаһы вәкилдәрен тупланы. Бындай ҙур ҡоласлы фекер алышыуҙың, етди мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ күтәреп сығып, бөтә көстө һәм аҡылды мөһим эшкә йүнәлткән йыйындарҙың күптән булғаны юҡ ине әле. Эйе, сәләмәтлеккә ҡағылған йыйылыштар, форумдар, конференциялар үтеп тора, әммә ошондай ҙур форматта халыҡ үтенестәрен яҡшы өйрәнгән йәмәғәтселек ойошмалары һәм был өлкәлә милли проекттарҙы тормошҡа ашырырға бурыслы власть структуралары менән бер төптән булып, хатта финанс мәсьәләләрен дә уртаға һалып һөйләшкән “түңәрәк өҫтәл”дәр – һирәк күренеш.

Ҡаҙаныштарҙы һаҡлау мөһим

Баш ҡалаға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйесе ярҙам­сыһы, Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошалдең килеүе лә һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлегенә битараф булмаған йәмәғәтселекте ҡуҙғытып ебәреүгә этәргес булғандыр. Ғөмүмән, балалар табибының Башҡорт­останға сәфәре тәүгеләрҙән түгел.

Һаулыҡ – кешенең иң төп хоҡуҡта­рының береһе, һәм ул конституция тарафынан яҡлана. Уны һаҡлау – бөтә социаль-иҡтисади сәйәсәттең айырып алғыһыҙ мөһим өлөшө, шуға күрә лә тап ошо өлкәгә бюджеттың тос өлөшө йүнәлтелә. Тик әлегә был миллиондар, миллиардтар һалынған тармаҡтың һаман да халыҡта ҡәнәғәтлек тыуҙырмауы, ябай хеҙмәт кешеләренең тейешле ярҙамға мохтажлығы, дауаха­наларға ваҡытында эләгә алмай йонсоуы аптырата. Ни өсөн коммерция учреждениелары, шәхси клиникалар сәғәт механизмы кеүек теүәл һәм оператив эшләй ҙә, ә урындағы поликлиника­ларҙың күбеһендә тикшеренеү үтеү өсөн аҙналар, хатта айҙар кәрәк? Кадрҙар менән тәьмин ителгән, ауырыуҙарға йөҙ менән боролған поликлиникалар ҙа бар беҙҙә, әммә улар тотош тармаҡтың йөҙөн билдәләй алмай.

“Башҡортостан граждандары һаулыҡ һаҡлау хоҡуғына эйә”. Конституцияла нығытылған был хоҡуҡ нисек тәьмин ителә һуң? Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, хеҙмәт һәм ял өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, яҡшы сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү, халыҡҡа һәр кем файҙала­нырлыҡ медик-социаль ярҙам күрһәтеү саралары менән. Әммә яңы мөмкинлек­тәрҙе һөҙөмтәле файҙалана белмәү, булған ҡаҙаныштарҙы һаҡлап ҡала алмау арҡаһында йәнә юҡҡа алданып, барҙан буш ҡалабыҙ. Быға беҙҙә сағыу миҫал да бар.

Сәфәр барышында Милли медицина палатаһы етәксеһе Леонид Рошаль Салауат ҡалаһындағы бала табыу йортоноң шәхси ҡулға бирелеүенә баһа бирҙе. Был уйланылмаған аҙымды оло хата тип иҫәпләп, мөһим учреждение­ның мотлаҡ дәүләт ҡарамағында булырға тейешлеген, “был – минең принципиаль позициям“ тип белдерҙе. Медицина йәмәғәтселеге һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ошо йүнәлештә артабан да эшләйәсәк, тип һүҙ бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ өсөн үтә мөһим медицина учреждениеһын инвесторҙар 23 йылда үҙгәртеп ҡорорға, ҡорамалдарҙы яңыртырға, эш хаҡын арттырырға вәғәҙә бирһә лә, ғәмәлдә аҙ ғына ваҡыт арауығында бала табыу йортон бөлгөнлөккә төшөрә: медиктар булған льготаларынан ҡолаҡ ҡаға, пенсияға иртә сығыу хоҡуғын юғалта. Тәртипһеҙлек арҡаһында утыҙҙан ашыу хеҙмәткәр эштән китергә мәжбүр була. Табиптар менән тәьмин ителеш бары 50 процент тәшкил итә.

Анализдар федераль клиник лабораториялар селтәренә ебәрелгәнлектән, бик һуңлап килә, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә пациенттар. Алты муниципалитет ҡараған берҙән-бер бала табыу йорто әлеге көндә үҙенә тәғәйен бурыстарҙы тулы кимәлдә башҡара алмай. Перинаталь үҙәктә бөгөн тикшеренеү алып барған прокуратура һәм “Росздравнадзор” вәкилдәре ниндәй ҡарарға килер, уныһын ваҡыт күрһәтер.

Һәр нәмәлә сама кәрәк

Леонид Рошаль – Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяла данлыҡлы балалар табибы, хирург, медицина йәмәғәтсе­легендә киң билдәле әүҙем ойоштороу­сыларҙың береһе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың шығырым тулы Бәләкәй залына йыйылған коллегалары алдында сығыш яһап, ул иғтибарҙы табиптарҙы хоҡуҡи яҡтан яҡлау темаһына йүнәлтте. Һуңғы осорҙа табиптарға ҡарата йылы ҡараштың “һыуыныуы”, ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡарата йыш ҡына яңғыраған тәнҡит һүҙҙәре Милли медицина палатаһы етәксеһен дә борсой. Киң мәғлүмәт сараларында табиптарҙы кәмһетеп, әрләп яҙылған мәҡәләләр, тупаҫ мөнәсәбәт менән дә һис килешә алмай Леонид Михайлович. “Һәр нәмәлә сама кәрәк һәм беҙҙең берекмә бындай башбаштаҡлыҡтан һәм кәмһетелеүҙән яҡланған булырға тейеш”, – тип фекерен белдерҙе балалар табибы. Сығарылыш студенттарын һәм ординаторҙарын профессиональ һәм махсус аккредитациялау, профессиональ стандарттар индереү, этика һәм деонтология, белемде камиллаштырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы.

Шулай ҙа осрашыу барышында төп иғтибар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Проекттың иң ҙур маҡсаты, әлбиттә, Рәсәй Президентының “май” указдарындағы күрһәтмәләрҙе үтәү.

Аҡ халатлыларҙың абруйын күтәреү, ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау тармағына халыҡтың ышанысын ҡайтарыу өсөн медиктар берекмәһенә аҙ көс һалырға тура килмәҫ, моғайын. Милли проекттың төп бурыстары – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем кимәлен кәметеү һәм сабыйҙар үлеменә юл ҡуймау кеүек оло мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һиҙелерлек уңыштар күҙәтел­гәндә, түләүһеҙ медицинаның исеме есеменә тап килгәндә, халыҡтың ихтыяжына нығыраҡ ҡолаҡ һалынғанда, һис шикһеҙ, хәл яҡшы яҡҡа ауышыр. Әммә әлегә хоҡуҡтар өсөн йыш ҡына көрәшергә, иҫбатларға тура килә, быныһы бер кемгә лә сер түгел.

Аҡса бар, тотона белербеҙме?


Абруйлы профессорҙың әйтеүенсә, әлеге мәлдә тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә. Иң төпкөл биләмәләрҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының тотош селтәрен булдырыуҙы ул көн ҡаҙағында торған бурыстарҙың береһе тип атаны.

2024 йылға тиклем Башҡортостан, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 16,5 миллиард һумға яҡын аҡса аласаҡ. Бүленгән финанс ярҙамын дөрөҫ, аҡыллы, уйлап файҙаланыу хәҙерге заманда бик мөһим. Ә быйыл тармаҡҡа биш миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән “түңәрәк өҫтәл”дә ошо хаҡта ла етди һөйләшеү булды. Аҡса балалар поликлиникаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүгә, йө­рәк-ҡан тамырҙары, онкология сирҙәрен дауалауға тотоноласаҡ. Район дауаханаларында онкология бүлексәләре асыу һәм баш ҡалала онкодиспансер­ҙың яңы хирургия корпусын сафҡа индереү күҙаллана.

“Ауыл табибы” программаһы ла дауам итәсәк. Ошо маҡсатҡа Башҡорт­остан 62 миллион һум аласаҡ. Өҫтәүенә республика үҙе өҫтәмә рәүештә 50 миллион һум аҡса бүләсәк, тимәк, йәнә илле белгесте бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға эшкә йәлеп итеү мөмкин.

Ғөмүмән, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлауға 3,5 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡарала. Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡа­рыусы Максим Забелин әйтеүенсә, 885 миллион һумды федераль, ә 2,1 миллиард һумды республика бюджеттарынан бүләсәктәр, тағы ла 500 миллион һумдан ашыуы бюджеттан тыш инәсәк. Тармаҡ башлығы белдереүенсә, яңы балалар поликлиникалары Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында төҙөләсәк.

Һүҙ ҙә юҡ, пландар ҙур, теләктәр өмөт­лө. Проекттарҙы тормошҡа ашырғанда бюджет аҡсаһының елгә осмай, ә аныҡ йүнәлештә файҙаланы­лыуына өлгәшеү өсөн дә тырышлыҡ һалаһы бар. Был юҫыҡта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре лә, Милли медицина палатаһы эксперттары ла берҙәм, һиҙгер булырға саҡырҙы. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, халыҡ фронты хәрәкәте башҡарма власть органдары, контроль-күҙәтеү ведомстволары, медицина берекмәһе менән тармаҡтағы “сир”ҙәргә дөрөҫ “диагноз” ҡуйып, дауалау сараһын табыуына ышаныс бар.


Вернуться назад