Күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәгән республика халҡы, шулай уҡ ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ғинуарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса хеҙмәт күрһәткән төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш. Был турала Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
Килешеү төҙөү зарурлығы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Уны төҙөү алымы һәм тәртибе республика биләмәһен хеҙмәтләндергән төбәк операторҙарының рәсми сайттарында урынлаштырылған:
— “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы (тел.: 8 (800) 347-80-03, http://sahufa.ru), хеҙмәтләндереү зонаһы — Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары; әгәр сүп-сарҙы ситкә сығарыу графигын боҙоуға шаһит булһағыҙ йәки рөхсәтһеҙ сүплек асылыуын асыҡлаһағыҙ, 8-986-704-40-88 телефонына WhatsAPP һәм Viber мессенджерҙары аша фото һәм видеомөрәжәғәт ебәрергә;
— “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (тел.: 8 (800) 511-84-20, https://dmsrb.ru/), хеҙмәтләндереү зонаһы — Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары;
— “Экосити” төбәк операторы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (тел.: 8 (800) 700-49-00, http://ecocityrb.ru/), хеҙмәтләндереү зонаһы — Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары;
— “Экология-Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (тел.: 8 (800) 250-01-85, http://eko-tko.ru/), хеҙмәтләндереү зонаһы — Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.
Сүп-сар йыйыуҙың һәм ситкә сығарыуҙың яңы системаһына күсеү мәсьәләләре буйынса төбәк операторҙарының “ҡыҙыу элемтә”һенә һәм Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 8 (347) 218-03-90 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.
Быйыл 1 ғинуарҙан республикабыҙ, бөтә ил кеүек үк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә, ә халыҡ был хеҙмәт өсөн билдәләнгән тарифҡа ярашлы түләргә тейеш.
Эш ҡалдыҡтарға бәйле заманса, экологик яҡтан хәүефһеҙ система ойоштороуға, рөхсәтһеҙ асылған күп һанлы сүплектәрҙе бөтөрөүгә, яңыларын булдырмауға, шулай уҡ ҡыйҙы сорттарға айырыу, эшкәртеү буйынса сифатлы инфраструктура төҙөүгә йүнәлтелә.