Сибайҙа ҡала телеканалының эшмәкәрлеге тергеҙелде. Бындай бурысты төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡуйғайны.
Ҡалалағы ғәҙәттән тыш хәлде тикшереү барышында шул асыҡланғайны: баҡһаң, рәсмиләштерелгән документтар булмау сәбәпле, Сибай телевидениеһы эшләмәй икән. Республика етәксеһе мәсьәләне тиҙ арала яйға һалырға ҡушты, һәм был үтәлде.