Һауаның бысраныуы сәбәпле Сибай халҡына бушлай медицина битлектәре таратыла башланы. “Улар “Башфармация” аптекаларында бер кешегә унарҙан бирелә”, – тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
Битлекте алыу өсөн Сибайҙа йәшәүеңде раҫлаған документтарҙы күрһәтергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта ҡала халҡына урамға һирәгерәк сығырға, эстәге һауаны дымландырып торорға, күберәк һыу эсергә кәңәш ителә.