Белеүебеҙсә, Рәсәйҙең Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль Башҡортостанға сәфәре мәлендә Салауат ҡалаһындағы бала табыу йортон шәхси ҡулдарға биреүҙәренә ҡарата ризаһыҙлығын белдергәйне.
Бөгөн “Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендә үткәрелгән кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелинға ошо мәсьәләне тикшереү бурысын ҡуйҙы.
“Барыһын да өйрәнеп, миңә аҙна дауамында хәбәр итеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Фәрит улы. – Был хәл миңә оҡшамай. Унда нимә булған, әле ысынында ни бара, яҡшы буласаҡмы – аңларға кәрәк, медицина учреждениеһын үҫтерергә теләгән коллегаларығыҙ менән һөйләшегеҙ. Кәрәк икән, республика был эшкә ҡушыласаҡ һәм барыһын да үҙе эшләйәсәк. Бала табыу йортона бәйле мәсьәләлә һағыраҡ булырға кәрәк”.