“Илһам Шакиров Башҡортостандың оло дуҫы булды”17.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, күренекле йырсы Илһам Шакировтың вафаты уңайынан мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының һәм хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Ғ. Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы адресына ебәрелгән телеграммала шулай тиелә:
“Барлыҡ Башҡортостан халҡы һәм үҙ исемемдән күренекле йырсы, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Илһам Ғилметдин улы Шакировтың вафатына бәйле тәрән ҡайғыны уртаҡлашам.

Халыҡтың ихлас күңелдән яратҡан йырсыһы милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның лирик йырҙарын һәр татар һәм башҡорт ғаиләһендә яраталар.

Илһам Шакиров беҙҙең республиканың оло дуҫы булды, Башҡортостан мәҙәниәтендә сағыу эҙ ҡалдырҙы. Ул башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен бөтөн күңелен һалып башҡарыр ине, ә башҡорт эстрадаһының күп йырсылары уның репертуарына мөрәжәғәт итте.

Илһам Ғилметдин улы Шакиров хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!”




Вернуться назад