Штраф түләмәһәң – холоҡ төҙәтеү эшенә17.01.2019
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре штрафты ваҡытында түләмәгән ҡатынды холоҡ төҙәтеү эшенә ебәрҙе.

Баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән 47 йәшлек ханым ике Үзбәкстан гражданын үҙ торлағында фиктив теркәгән. Ә был иһә, Рәсәйҙең Енәйәт кодексына ярашлы, енәйәт тип таныла, уның өсөн хөкөмгә тарттырыу ҡарала. Суд хужабикәнең ғәйебен танып, уға 100 мең һум күләмендә штраф һала. Әммә ул, бер ерҙә лә эшләмәгәнгә күрә, штрафты түләмәй.

Суд приставы штрафты башҡа яза сараһына алмаштырыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт итә. Судья ҡатынды ике айға холоҡ төҙәтеү эшенә ебәреү, штраф иҫәбенә хеҙмәт хаҡының биш процентын тотоп ҡалыу тураһында ҡарар сығара.






Вернуться назад