Башҡортостан синоптиктары киләһе көндәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе.
18 ғинуарҙан республика буйынса бер аҙ ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 9-14, аяҙытҡанда 16-21, көндөҙ 5-10 градус һалҡын була.
19 ғинуарҙа һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй, көньяҡ райондарҙа иһә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 7-12, аяҙытҡанда 13-18, көндөҙ иһә 4-9 градус һалҡын була