Мәүлиҙә апай ял итергә юлланды17.01.2019
Уҙған йылдың һуңғы һанында (28 декабрь, 2018 йыл) “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, бүләк отҡан тоғро дуҫтарыбыҙҙы тәбрикләгәйнек. Улар араһында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында йәшәгән Мәүлиҙә Әхмәтова ла бар ине. Мәүлиҙә апайҙың өлөшөнә “Йәйғор” шифаханаһына юллама сыҡты.

Мәүлиҙә Әхтәм ҡыҙы – һөнәре буйынса зоотехник. Оҙаҡ йылдар Мәләүез районы хужалыҡтарында, Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы филиалында тоҡомсолоҡ эше өсөн яуаплы белгес була.

– “Башҡортостан” – бала саҡтан уҡып үҫкән гәзитем, ғаиләбеҙ уны һәр ваҡыт алдырҙы. Хәҙер үҙем йыл һайын яҙылам. Баҫманың теле шул тиклем бай, мәҡәләләрҙе уҡығанда туған телебеҙҙең матурлығына, моңлолоғона һоҡланам.


Был юллама 30 декабрҙә билдәләнгән тыуған көнөмә ҙур бүләк булды. Гәзиттә һанап үтелгән еңеүселәр араһында үҙемдең исем-шәрифемде күргәс, башта ышанманым. Туғандарым тыуған көнөм менән ҡотларға тип килгәс, хатта уларға ла әйтергә ҡыйманым. Почтальон булып эшләгән Резеда килеп инеп, барыһына ла һөйөнсөләне, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты бүләк-юллама буйынса ял итергә юлланған Мәүлиҙә Әхтәм ҡыҙы.



Вернуться назад