Ҡартайғың килмәһә, күп ашама17.01.2019
Калифорния ғалимдары бик күп тикшеренеүҙәрҙән һуң ашауҙы сикләүҙең сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүен һәм төрлө сирҙәрҙең хәүефен кәметеүен билдәләгән.

Эксперименттарҙы сысҡандарҙа үткәргәндәр. “Асығыу ҡайһы бер күҙәнәк реакцияларын үҙгәртә ала, һөҙөмтәлә ҡартлыҡ менән бәйле сирҙәрҙең үҫешен аҡрынайта”, — тигән һығымтаға килгән белгестәр. Туҡланыуҙы сикләүҙең ғүмерҙе оҙайтыуын һәм сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауын былтыр АҠШ-тың Сәләмәтлек милли институты ғалимдары ла иҫбат иткәйне.





Вернуться назад